+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Уҡы, уйлан!
3 Май 2021, 11:18

Балалар ниңә юғала?

Социаль селтәрҙәрҙә әленән-әле балалар, үҫмерҙәр юғалыуы тураһында хәбәрҙәр күренеп ҡала.

"Лиза Алерт Башҡортостан" ирекле эҙләү-ҡотҡарыу отряды етәксеһе Олеся Пышкина әйтеүенсә, йыл башынан республикала 51 баланың юғалыуы тураһында ғариза килгән. Уларҙың 50 ҡыҙ һәм малай табылған, береһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булған. Апрелдә генә 22 ҡыҙ һәм малай юғалған. Ярай әле барыһы ла иҫән-һау. "Күбеһе мәғлүмәт йыя башлағас та табыла, әммә был ғариза бирергә ҡабаланмаҫҡа кәрәк, тигәнде аңлатмай", - ти Олеся Пышкина.
Көндәр йылынғас, бөтәһенең дә тышта йөрөгөһө килә. Кемдер үҙ районынан алыҫҡа китеп, аҙашып та ҡуя. Төнгә тиклем ҡайтмаусылар була. Әммә ата-әсәһенә үсегеп сығып китеүселәр ҙә юҡ түгел. Өҫтәүенә, телефондарын һүндереп ҡуялар. Ҡайһы берәүҙәр өйҙәгеләргә әйтмәйенсә таныштарында йоҡларға ҡала. Шулай үҙ ҡылыҡтарыңа яуапһыҙ ҡарарға яраймы ни? Атай-әсәйҙәр ут йота, полицияға мөрәжәғәт итә. Төрлө хәлдәр, балаларҙың енәйәтсе ҡулынан һәләк булыуы тураһында ла ишетеп торабыҙ бит.
Балалар юғалмаһын ине, хәҙер һәр кемдең ҡулында - телефон, гел бәйләнештә булырға мөмкин. Ә инде ғаиләлә үҙ-ара аңлашмаусанлыҡтар килеп сыҡһа йәки бәләгә тарыһағыҙ, Бөтә Рәсәй балалар ышаныс телефоны һандарын йыйып, тәжрибәле белгестәргә ярҙам һорап мөрәжәғәт итегеҙ: 800 2000 122. Шылтыратыу аноним һәм бушлай. Конфиденциаллек һаҡлана.
Фото интернеттан.
Читайте нас: