-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Уҡы, уйлан!
6 Октябрь 2021, 11:20

Урланған бүләк

Ғаиләлә иң бәләкәсе булғанға күрәлер инде, Гүзәл – бик иркә, шаян ҡыҙ.

Урланған бүләк
Урланған бүләк

Уны барыһы ла яратып ҡына тора. Бына әле лә ҡояш нурҙары наҙлап уятһа ла, торғоһо килмәй, әсәһенең йомшаҡ ҡулдары менән һыйпап, яғымлы тауышы менән иркәләгәнен көтөп ята. Әммә бөгөн ҡәҙерлеһе уны ниңәлер янына килмәйенсә, аш бүләмәһенән генә саҡырҙы. Ҡыҙыҡай оҙаҡ йыбанып ятҡандан һуң, тороп ултырҙы ла тыштағы ҡояшҡа ҡарап уйға батты. Уны әсәһенә оҡшатты. Ысынлап та, ул да ҡояш кеүек көләс йөҙлө, һәр ваҡыт балҡып, кешеләргә яҡшы кәйеф, йылылыҡ өләшә, көнө буйы һис туҡтамай үҙ эштәре менән мәшғүл була. Бына шундай уйҙарға сумып ултырғанда тәмле еҫтәр танауын ҡытыҡлап, уйҙарынан айырҙы. Әсәһе һаман аш бүлмәһе янында ҡайнай, тәмле итеп нимәлер бешерә. Шул мәлдә генә ул бөгөн ҡәҙерлеһенең тыуған көнө икәнлеген иҫләне. Йәһәт кенә урынынан торҙо ла янына барып, ихлас ҡотланы. Шунан тышҡа уйнарға сығып китте. Асыҡһа, өйгә инеп әсәһе бешергән тәмлекәстәрҙән ауыҙ итә лә кире сығып китә.

Шулай кис тә етте. Уларға ҡунаҡтар килә башланы. Гүзәлдең көнө тағы ла бушҡа үтте: әсәһенә ярҙамлашманы, бүләк тә әҙерләмәне. Шул саҡ уның башына бик «шәп» уй килде – күрше Гөлдәр инәһенең баҡсаһындағы күҙҙең яуын алып ултырған сәскәләрҙе сәлдерергә! Ҡыҙ иң сағыуҙарынан ғына ҙур итеп гөлләмә яһаны, ҡайһы берҙәре аяҡ аҫтында ҡалып, тапалып бөттө.

Әсәһе ҡыҙының бүләген күреп һоҡланыр инде! Эйе, ысынлап та, ныҡ һөйөндө, тик икенсе көнөнә бөтөнләй кәйефһеҙ ине ул. Гүзәл торғас та быға иғтибар итте һәм ниңә улай йөрөүен һораны.

– Ҡыҙым, кисә һин миңә матур гөлләмә яһап ҡыуандырҙың, әммә улар Гөлдәр инәйеңдең баҡсаһындағы тирә-яҡҡа йәм-нур сәсеп ултырған сәскәләр булған бит. Ә хәҙер, ҡара әле, уның баҡсаһы нисек йәмһеҙләнеп ҡалған. Башҡа бер ҡасан да улай итмә. Һин мине һәр ваҡыт тыңлап, ярҙамлашып йөрөһәң, шул үҙе ҙур бүләк, – тине.

Гүзәлгә бик ҡыйын ине, ғәйепле тойҙо үҙен. Хатаһын төҙәтеү өсөн Гөлдәр инәһенә барып ғәфү үтенде, ярҙамлашты.

Башҡаса ул бер ҡасан да насар эштәр ҡылмаясаҡ, һәр ваҡыт ярҙамсыл буласаҡ. Матурлыҡты боҙмай, ә, киреһенсә, күберәк яҡшы, изге эштәр башҡарасаҡ!

Нурзилә ТУЛЫБАЕВА.

Фото: www.goodfon.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: