-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Уҡы, уйлан!
18 Октябрь 2021, 10:00

Бөркөт һәм ташбаҡа

Бөркөт бейектә осоп барғанда әкрен генә шыуышҡан Ташбаҡаны күрә.

Бөркөт һәм ташбаҡа
Бөркөт һәм ташбаҡа

Үҙе кеүек күктә ҡанаттарын йәйеп оса алмағанға, уны йәлләгән.
Аҫҡа төшкән дә Ташбаҡаның рөхсәтен дә һорап тормайынса эләктереп алып күккә осҡан.
– Һин мине нимә эшләтергә уйлайһың? – тип һораған Ташбаҡа.
– Осорға өйрәтергә теләйем, күктең нимә икәнен белер инең, – тип яуаплаған Бөркөт.
– Минең бит бер ҡасан да осҡаным булманы, ҡанаттарым да юҡ, – тигән тулҡынланып,Ташбаҡа.
– Хәҙер һине ысҡындырам, тәпәйҙәреңде йәйеп ебәр, улар ҡанаттарыңа әйләнер.
Шулай тигән дә Ташбаҡаны тырнаҡтарынан азат иткән. Ә теге һауала әйләнә-әйләнә аҫҡа табан осҡан һәм ергә килеп төшкән. Бөркөт янына килгән дә һораған:
– Нишләп һине аҫҡа тарта, һауа ергә ҡара­ғанда яҡшыраҡ бит?
– Күк минең өсөн түгел, – тигән Ташбаҡа. – Унда тотонорлоҡ бер нәмә лә юҡ.
– Күк тураһында нимә беләһең? Һин оса алмай­һың, сөнки әкренһең, ялҡауһың, шуға ла шыуышаһың ғына! – тигән Бөркөт.
– Ә һин мин эшләгәнде ҡабатлап ҡара, – тип тәҡдим иткән Ташбаҡа.
Бөркөт ҡанаттарын йыйып, тәпәйҙәрен бөгөп, ерҙән шыуышып ҡарарға маташҡан, тик булдыра алмаған.
– Күрҙеңме, һин шыуышырға белмәйһең, ә мине, күкте белмәйһең, тип ғәйепләйһең. Үҙең ер тураһында ни әйтә алаһың һуң?
– Мин ерҙә шыуыш­ҡандарын, һикергәндәрен һәм йүгергәндәрен күрәм – шул еткән, – тигән дә Бөркөт, ҡанаттарын йәйеп, күккә күтәрелгән.
Ә Ташбаҡа уға ҡарап: «Күктә һәйбәт, ләкин ер­ҙә яҡшыраҡ», – тип уйлаған.
Шулай инде, был донъяла һәр йән эйәһенең үҙ тәғәйенләнеше. Ҡанатлылар шыуыша алмай, шыуышҡандар оса алмай. Кешеләр ҙә һәр береһе үҙ урынында булһа ғына донъялар имен һәм теүәл булыр.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА әҙерләне.

Фото: universallearningacademy.com

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: