Һәр мәлдең дә ҡалҡып сығыр
Батыры.
Булыр йәнә баҙап ҡалған
Бахыры.
Ауыр мәлдә күренер әҙәм
Яҡшыһы.
Ҡотҡо сәсеп, үсәп торор
Шаҡшыһы.
Тыуған ил бит бөтәбеҙгә
Бер генә.
Йәнгә ғәзиз тыуып-үҫкән
Ер генә!
Сит ерҙәргә китәйекме
Баш һалып,
Әллә ҡоллоҡ яҡшыраҡмы,
Әйт, халыҡ!
Улдарыбыҙ - илебеҙҙең
Ҡалҡаны.
Һеҙ яҡламай уны кемдәр
Яҡлаһын?!
Дошман һүҙе мәгәр өҫкә ҡалҡмаһын,
Ҡоллоҡтарҙан Аллам үҙе һаҡлаһын.
Әсәләрҙең күҙ йәштәре аҡмаһын!
Батырҙарын Аллам үҙе һаҡлаһын.
Мәкер - хәйлә тоҙағына ҡапмайыҡ,
Илебеҙҙе бергәләшеп һаҡлайыҡ!
Доғаларҙы ҡалҡан итеп алайыҡ,
Ошо мәлдә кеше булып ҡалайыҡ!
Фото: web.whatsapp.com