Бөтә яңылыҡтар
Уҡы, уйлан!
27 Февраль , 11:46

Тоғролоҡҡа хыянат итмәйек!

Китап – белем шишмәһе, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ниндәйҙер әҫәрҙе уҡып, беҙ үҙебеҙ өсөн фәһемле фекер алабыҙ, һығымталар яһайбыҙ.

Тоғролоҡҡа хыянат итмәйек!
Тоғролоҡҡа хыянат итмәйек!

Фәрзәнә Аҡбулатованың «Тоғролоҡ» тип аталған хикәйәһе менән танышҡас, йәш быуында тоғролоҡ, илһөйәрлек тойғолары тураһында уйландым. Әҫәрҙең төп геройы – Айтуған, уның атаһы – дини кеше. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигәндәй, улын да үҙенең матур, өлгөлө тәрбиәһендә үҫтерергә тырыша. Тик төрлө спиртлы эсемлектәрҙе тәмләп ҡарарға ынтылып торған, бер-береһенең ғәйебен икенсе кешегә ауҙарырға яратҡан һәм өйрәнгән Радмир, Тайфур кеүектәр алдында ул, иптәштәре әйткәнсә, «суфый», «ала ҡарға» булып күренә. Улар үҫмер егетте үҙҙәренең яҡтарына ауҙарырға тырыша, тик көслө характерлы Айтуған урам йоғонтоһона бирешмәй. Сит илдән Радмирҙың атаһы та рафынан алып ҡайтылған сувенир һауыттағы һыра «Тоғролоҡ» хикәйәһендәге проблеманы асыусы шартлы билдә булып тора. Егет башҡалар алдында маҡтанырға теләп, был эсемлекте урамға алып сыға. Уны иптәштәре менән гаражда тәмләп ҡарайҙар. Тик Айтуған ғына уларға ҡушылмай. Ә атаһы белгәс, Радмирға эләгә. Ул бар бәләне, ғәйепте Айтуғандан күрә. Сөнки эсмәйенсә ултырғас, йәнәһе, барыһын да өлкәндәргә ошаҡлағандыр, тип уйлайҙар. Ысынында иһә Тайфур, атаһы һиҙеп ҡалғас, барыһын да һөйләп бирә. Әммә был хаҡта белгәнсе Радмир Айтуғанға үс һаҡлай, Ҡашҡарҙы һөсләтеп, эттән талатмаҡсы була. Уға нахаҡ бәлә яғыла.

«Тоғролоҡ» хикәйәһендә Радмирҙың эте Ҡашҡар ҙа геройҙарҙың ҡылыҡтарын асыуҙа ҙур роль уйнай. Ул хужаһының тоғро дуҫы була. Әммә Радмир этенә хыянат итә. Яҙғы ташҡында Ҡашҡар һыуға төшөп ағып киткәс, уны ҡотҡарыу тураһында уйламай. Юғалтыу ҡайғыһы менән башын аҫҡа эйеп ҡайта ла китә. Ә Айтуған Ҡашҡарҙы күреп ҡалып, бәләнән ҡотҡара. Беренсе ярҙам күрһәтә. Шунан һуң ғына Радмирға алып бара. Әлбиттә, эттең хужаһы дүрт аяҡлы дуҫын күреп шатлана. Тик Ҡашҡарҙың үҙен үлемдән ҡотҡарған яңы дуҫын ташлап киткеһе килмәй. Радмирҙы бер утҡа, бер һыуға һалып, Айтуғанды аптыратып, икеһенең араһында оҙаҡ ҡына йүгереп йөрөй ул. Эт тә кемдең кем икәнен белә инде. Ә шулай ҙа Айтуған уны Радмир янында ҡалдыра. Ҡашҡарҙың был ҡылығы үҫмер егеткә яҡшы яҡҡа үҙгәрергә, дуҫтарын бәләлә ҡалдырмаҫҡа, ысын ирегет булып үҫергә кәрәклегенә ишара.

Ғөмүмән, Фәрзәнә Аҡбулатованың «Тоғролоҡ» хикәйәһендә үҫмерҙәрҙе үҙҙәренең эштәре өсөн яуап бирергә, иптәштәре, дүрт аяҡлы дуҫтары алдында ла тоғролоҡто һаҡларға тейеш икәнлектәре хаҡында йәнле итеп һүрәтләнә. Ысынлап та, бала, үҫмер саҡтан уҡ үҙенең ҡылыҡтары өсөн башҡалар алдында яуаплылыҡ тойоп үҫкән кеше киләсәктә лә антына тоғро ҡала. Уларҙан ысын илһөйәр, Ватаны өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булған зыялы ир-азаматтар сығасаҡ. Был китапты, йәш дуҫтарым, һеҙгә лә уҡырға тәҡдим итәм.

Зәлиә СӘҒӘҘӘТОВА,

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУның башҡорт филология факультеты студенткаһы.

 

Фото яһалма зиһен ярҙамында эшләнде.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас