

Яңы танышың менән аралашҡанда бер нисә минутта уның кем икәнлеген дә беләһең. Тәртипле, мәҙәниәтле, башҡаларҙан үҙен өҫтөн ҡуйып маташмаған кешенең телмәре төҙөк, аңлайышлы була. Төрлө телдәрҙе бутап та һөйләшмәй ул. Үкенескә күрә, йәш быуын телмәре көндән-көн сит телдәрҙән үҙләш терелгән, үҙҙәре уйлап сығарған «магаз», «родаки», «хайп», «вайб», «шаришь», «шуруй», «кринж», «база», «краш», «чиллить», «флексить», «агриться», «дропнуть» кеүек паразит һүҙҙәр менән тулылана бара. Хатта уларҙың үҙ-ара аралашҡанын ишетһәң, былар ниндәй телдә һөйләшә икән, тип баш ватып та тораһың әле. Ни өсөн береһенән-береһе уҙҙырып, был ят һүҙҙәрҙе телмәрҙәрендә ҡул -ланырға тырышыусыларҙың һаны артты һуң? Психологтар фекеренсә, уларҙы ҡайһы бер йәштәр башҡаларҙан айырылып торорға ғына түгел, ә үҙҙәрен өҫтөн ҡуйып ҡарау маҡсатында ла ҡуллана икән. Тик был юл менән генә үҙеңә иғтибарҙы яулап алып булһа икән дә?!
Паразиттарҙы бөтөрөүҙең берҙән бер юлы – дезинфекция эшләү. Ә телмәрҙәге яман һүҙҙәрҙән нисек ҡотолорға һуң? Әлегә был проблеманан сығыу юлының аныҡ ҡына ысулдары юҡ. Минеңсә, телмәребеҙ таҙа, үҙебеҙ мәҙәниәтле булыу, киләсәктә матур, бай туған телебеҙҙе тулыһынса йәш быуындарға тапшырыу өсөн башҡорт әҙәбиәтендәге үлемһеҙ әҫәрҙәр менән танышырға кәрәктер. Күңелегеҙгә ятҡан темаға көнөнә егерме-утыҙ бит кенә әҫәр уҡыһағыҙ, телмәрегеҙҙәге үҙгәрештәрҙе тиҙ арала һиҙерһегеҙ. Бер юлы тормошҡа ҡарашығыҙ үҙгәрер, дуҫтарығыҙҙы ла ҡабаттан һайларға кәрәклеген аңларһығыҙ. Рәми Ғариповтың бер шиғырында: «Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ» тигән үлемһеҙ шиғыр юлдары барлығын да онотмайыҡ, дуҫтар! Һеҙ был хаҡта нимә уйлайһығыҙ? Әйҙәгеҙ, һөйләшеп алайыҡ.
Эльвина ӘБСӘЛӘМОВА,
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенткаһы.
Өфө ҡалаһы.