

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа илдең белем усаҡтарында буллинг күренештәре күбәйә. Башҡортостан Республикаһының Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ольга Панчихина белдереүенсә, беҙҙә һәр өсөнсө уҡыусы буллингҡа дусар булған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өйҙә, мәктәптә, тиҫтерҙәренән ҡыйырһытылған, даими кәмһетелгән балалар был турала бер кемгә лә һөйләмәй, йомолоп ҡала. Психологтарға мөрәжәғәт итмәйҙәр, оялалар, күптәре балалар ышаныс телефоны һандарын белмәй, унда шылтыратһам, серем фаш ителер, тип ҡурҡалар. Ышаныс телефонына шылтыратыу бушлай һәм аноним, конфиденциаллек һаҡлана бит. Психологтар килеп тыуған сетерекле хәлдән сығырға ярҙам итә.
Үҫмерҙәргә ышаныслы терәк булыу кәрәк, улар менән көн дә һөйләшеп торорға, хәлдәрен һорашырға, һөйләштерергә, аңларға тырышырға, ярҙам итергә. Бала юҡҡа ғына өйҙән сығып китмәй йәки мәктәпкә барырға теләге һүнмәй. Тимәк проблема бар. Йыш ҡына бер тиҫтере кемделер үсекләй, ҡалғандары уны хуплап ҡушыла. Ә буллинг ҡорбанын яҡлаусы, уны ҡыйырһытыуҙары тураһында уҡытыусыға әйтеүсе бер кеше табылһа, моғайын, ваҡиғалар ағышы бөтөнләй икенсе юл алыр ине. Был - ошаҡлашыу түгел, иптәшеңә ярҙам итеү була.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының клиник психотерапия үҙәгенең баш табибы Наталья Тулубаева сығышында: "Мәктәп, колледждарға һөжүм итеүселәр күбеһенсә 15-17 йәшлек үҫмерҙәр. 70 проценты ғаиләлә йә мәктәптә буллинг ҡорбаны булған. Улар был турала кемгәлер һөйләргә тырышҡан йә үҙҙәрендә ҡалдырған. Һөҙөмтәлә - агрессия, интернетта тыйылған төркөмгә эләгеп китеү. Интернет ҡорбандарының күпселеге иһә - 12-14 ҡыҙҙар. Күбеһе - насар ғаиләнән, буллингҡа дусар булған. Улар кеше менән аралашыуҙа ҡыйынлыҡ кисереү сәбәпле интернет селтәренән әхирәттәр эҙләй", - тине.
Йәмәғәт палатаһының Мәғариф буйынса комиссияһы етәксеһе Марина Таран уҡытыусылар уҡыусы проблемаларына, синыфта кемдеңдер тәртибе, кәйефе үҙгәреүенә иғтибарлыраҡ булһын ине тигән теләк белдерҙе: "Педагог үҙ фәненән белем биреүҙән тыш тәрбиәүи эш тә алып барырға тейеш".
Буллинг, әлбиттә, ауыл мәктәптәрендә лә бар. Ләкин был бер ҡайҙа теркәлмәгән, тиерлек. Ошо турала республиканың "Хәүефһеҙлек академияһы" етәксеһе Ксения Букрева әйтеп үтте. "Беҙ сираттағы профилактик акция ваҡытында алыҫ район мәктәбенә барҙыҡ. Осрашыуҙан һуң тәнәфестә беҙҙең янға балалар килеп, нисек буллингҡа дусар булыуҙары тураһында һөйләй башланы. Йыш ҡына бындай осраҡтар бер ҡайҙа ла теркәлмәй, сөнки агрессор мәктәп етәкселегенең туғаны булып сыға, ә ҡорбан иһә яҡлау таба алмаясағын аңлап, бер кемгә мөрәжәғәт итмәй. Балалар ышаныс телефоны тураһында белмәйҙәр".
Ысынлап та, хәҙерге заманда шылтыратыуға ҡарағанда яҙып аралашыуҙы хуп күрәләр. Шуға күрә мәктәптәрҙә аноним йәшниктәр ҡуйылыуы, белгестәргә һорау менән мөрәжәғәт итеү мөмкинлеген булдырыу тураһында фекерҙәр яңғыраны.
Коллективта йәки интернетта ҡыйырһытһалар, өндәшмәй ҡалырға ярамай. Бала был турала ата-әсәһенә, уҡытыусыһына әйтә алмаһа, дуҫына, берәй туғанына әйтә ала бит. Улар ярҙам итмәһә, етәксегә, юғарыраҡҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Педагог, ғаиләнән тыш, йәмәғәтселек тә бар. Буллинг күренешенә шаһит булған бер кем дә был турала шымып ҡалмаһын ине. Бер-беребеҙгә иғтибарлыраҡ булайыҡ.
Автор фотолары.