+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Беҙгә уҡырға килегеҙ!

Гимназиябыҙҙа уҡыу, белемеңде арттырыу, ижади үҫеш өсөн бөтә шарттар булдырылған. Ҡыҙыҡһын­ған уйын ҡоралы менән генә сикләнмәй, тағы ла берәй музыка ҡоралы, вокал менән шөғөлләнергә лә була. Бөтәһе лә фортепьянола уйнарға өйрәнә. Беҙҙең гимназистар республикала ғына түгел, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара бәйгеләрҙә еңеүҙәр яулай.

Йыр-моңға һәләтегеҙ, ҡыҙыҡһыныуығыҙ булһа, әйҙәгеҙ, беҙҙең Ғә­зиз Әлмөхәмәтов исемендәге интернат-гимназияға уҡырға килегеҙ. 9 – 10 июндә тынлы, ҡыллы һәм халыҡ уйын ҡоралдары, башҡорт фолькло­ры, махсус фортепьяно бүлектәрендә уҡыу өсөн 2018 – 2019 уҡыу йылына V, VI һәм X синыфтарға өҫтәмә уҡыусылар ҡабул ителә.
Белем усағыбыҙҙың адресы: Өфө ҡалаһы, Зорге урамы, 25/1. Тулыраҡ мәғлүмәтте 8(347)223-08-10 телефоны аша йәки гимназияның rgiufa.ru сайтында алырға мөмкин.

Гөлиә ӘХМӘҘИЕВА, VIII синыф уҡыусыһы.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: