+10 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Уҡырға ҡайҙа барырға?
2 Май 2020, 13:15
Данлыҡлы гимназия уҡыу алдынғыларын белем алырға саҡыра!
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы 2020/2021 уҡыу йылында белем алыуын баш ҡалабыҙҙа дауам итергә теләгән VI-VII һәм IX синыф уҡыусыларына дистанцион теркәү үткәрә. Был хаҡта «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмдәрендә хәбәр итәләр.
–
Уҡыуҙа айырыуса уңыштарға өлгәшкән, башҡорт телендә иркен аралашҡан бөтә уҡыусылар ( 2019/2020 уҡыу йылында Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының исемлегенә индерелгән Бөтә Рәсәй олимпиадалары, конкурстарының муниципаль һәм төбәк этабы еңеүселәре һәм призёрҙары) 2020 йылдың 1 майынан алып 17 майға тиклем гимназияның рәсми сайтына
www.brig.ru
ғаризалар ебәрә ала. Теркәлеү өсөн ғариза тултырыу һәм түбәндәге документтарҙың сканерҙан үткәрелгән күсермәһен ебәреү мотлаҡ: тыуыу тураһында таныҡлыҡтың йәки паспорттың күсермәһе, уҡыу йортонан уҡыусының статусын раҫлаусы справка, электрон журналдан 2019/2020 уҡыу йылының I – III cирек һөҙөмтәләренең күсермәһе, шәхси папканың һуңғы битенең күсермәһе (барлыҡ уҡыу йылдарының һөҙөмтәләре менән), уҡыуҙа юғары уңыштарҙы раҫлаусы документтар (халыҡ-ара, Рәсәй, төбәк кимәлендәге дипломдар, сертификаттар), – тиелә унда.
Әңгәмәләшеү 18 – 21 майҙа көндөҙгө сәғәт 3-тән алып киске 6-ға тиклем Zoom платформаһында үтәсәк.
Уҡырға инеү тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте
http://brgi1.ru/roditelyam/priem-2020/
,
http://brgi1.ru/2020/04/30/iғlan/
сайттары буйынса алырға мөмкин.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән