+13 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Уҡырға ҡайҙа барырға?
6 Декабрь 2020, 22:30

10 декабрҙә «Асыҡ ишектәр көнө» үтә

Өфө дәүләт нефть техник университеты "Асыҡ ишектәр көнө"н ойоштора. Ул 10 декабрҙә онлайн рәүештә үтәсәк.

Был көндө сығарылыш синыф уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре 2020 йылда ҡабул итеү кампанияһы нисек үткәнен, алдағы йылда ниндәй яңылыҡтар көтөлгәнен беләсәк. Шулай уҡ юғары уҡыу йортоноң бөтә уҡыу йүнәлештәре һәм белгеслектәре хаҡында ла мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бар. Ректорға ҡыҙыҡһындырған һорауҙарығыҙҙы шәхсән бирә алаһығыҙ.
"Асыҡ ишектәр көнө" Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 6-ла башлана. Уны үткәреү платформаһы: ӨДНТУ-ның рәсми сайты https://www.youtube.com/channel/UCbwfGBfbcPIqNuftOU_L .
Читайте нас: