Һайлап алыу Өфө дәүләт авиация техник университетының "Авиация һәм ракета двигателдәрен проектлау" һөнәре буйынса башҡарыласаҡ. Әлегә тәҡдим 2021 йылда мәктәпте тамамлаусылар өсөн. Унда БДИ-нан 200 балл йыйған, инглиз телен А2 кимәлендә белгән һәм лайыҡлы портфолиолы сығарылыш уҡыусылары ҡатнаша ала. Акция шарттары буйынса студенттарға түбәндәге бонустар биреләсәк: стипендия - 20 мең һумдан алып, сит телде белеүгә 4500 һум күләмендә өҫтәмә һәм дөйөм ятаҡта йәшәүгә, йәмәғәт транспортында йөрөүгә 2000 һумдан алып социаль пакет, интернет һәм башҡалар.
I курстан алып студенттар Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенә эшкә урынлаштырылып, уның мәсьәләләрен хәл итергә ярҙам итә башлаясаҡ. Иң яҡшы студенттар Европа һәм Азия университеттарында стажировка ла үтә аласаҡ.