+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

VI һәм Х синыфтарға уҡыусылар ҡабул ителә

Сибай интернат-гимназияһы яңы уҡыу йылына предметтарҙы тәрәнәйтеп өйрәнеү программаһы нигеҙендә VI һәм технология (профилле предметтар – математика, физика, информатика), тәбиғи-фәнни (математика, химия, биология) йүнәлештәр буйынса Х синыфтарға уҡыусылар ҡабул итә. Ҡабул итеү көнө – 11 июнь, 12:00 сәғәт. Адресы: Сибай ҡалаһы, Белов урамы, 102. Үҙегеҙ менән портфолио, көндәлек йәки баһалар күсермәһен, амбулатор карта, ручка алыуығыҙ мотлаҡ.

Белем усағында дәүләт имтихандарына әҙерлек нигеҙендә профилле предметтар буйынса бушлай махсус курстар, барлыҡ йүнәлештәге түңәрәк һәм секциялар тәҡдим ителә.
Интернат-гимназияла тәжрибәле педагогтар – ҡала, республика, Рәсәй кимәлендәге конкурстар еңеүселәре һәм призёрҙары эшләй.
Ижади потенциалды, лидерлыҡ сифаттарын, милли үҙаңды үҫтереү, патриотик тәрбиә биреү йәһәтенән эштәр яйға һалынған.
Көнөнә биш тапҡыр ойошторолған туҡланыу рационында витаминдарға бай ризыҡтарға иғтибар бирелә.
Туҡланыу буйынса льготалар ҡаралған, мәҫәлән, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләге балалар бушлай ашай, ә күп балалы ғаиләнән булғандарға 50 процент ташлама ҡаралған.
Ҡабул иткәндә өлгәш, төрлө өлкәләге ҡаҙаныштар һәм урыҫ теле, математика, башҡорт теле буйынса имтихан һөҙөмтәләре иҫәпкә алына.
Читайте нас: