+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте

Республика Хөкүмәтендә фән темаһына арналған кәңәшмәлә һүҙ юғары уҡыу йорттарының ҡабул итеү кампанияһына әҙерлеге, һәләтле студенттарҙы дәртләндереү саралары хаҡында барҙы.

Иң юғары стипендияны Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары ала икән, күләме 100 мең һумға барып етә. Ә БДУ-ла уның күләме – 50 мең һум. Ә Өфө дәүләт авиация техник университеты йәш ғаиләләр өсөн булдырылған ипотеканы субсидиялау программаһында әүҙем ҡатнаша.
- БДИ-ны йөҙ балға тапшырыусыларҙы, Бөтә Рәсәй олимпиадалары призёрҙарын үҙебеҙҙең уҡыу йорттарында ҡалдырыр өсөн көрәшергә, һәләтле студенттарыбыҙҙы дәртләндереп торорға тейешбеҙ, – тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин.
Әйткәндәй, быйылғы уҡыу йылына республикабыҙ вуздарында 13162 мең бюджет урын булдырылған. Айырым уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы 20 июндә үк башланған.
Фото: Яндекс. Дзен
Читайте нас: