Башҡортостандың Белорет, Күмертау һәм башҡа ҙур ҡалаларында республика вуздарының филиалдары барлыҡҡа киләсәк. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Мәғариф һәм фән министрлығына был хаҡта 1 октябргә тиклем тәҡдим әҙерләргә ҡушты. "Белорет районы – республикала иң ҙуры. Белорет ҡалаһында 64 меңдән ашыу кеше йәшәй, унда беҙҙең университеттарҙың бер филиалы ла юҡ. Күмертауҙа ла шул уҡ. Быны төҙәтергә кәрәк", – тине Радий Хәбиров үткән аҙнала уҡытыусылар кәңәшмәһендә.
"Тағы ла бер бурыс – республика биләмәһендә теге йәки был белгестәрҙе аныҡ әҙерләү. Мәҫәлән, Урал аръяғында медицина кадрҙарына ҡытлыҡты бөтөрөү мөһим. Хәҙер мәктәпте тамамлап, Сибай медицина колледжына ингәндәр шунда уҡ БДУ-ның Сибай институтының "Биология" йүнәлеше буйынса беренсе курс студенттары булып китә ала. Ә колледжды тамамлағас, уларҙы БДМУ-ның өсөнсө курсына аласаҡтар."Был Урал аръяғы балалары өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр тыуҙырасаҡ – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. – Уҡып бөткәс, улар мотлаҡ үҙҙәренең ҡалаларына, райондарына ҡайтырға тейеш".