Уҡырға ҡайҙа барырға?
12 Января 2022, 07:29

Һөнәр һайларға ярҙам итәсәктәр

Дуҫтар, киләсәккә һөнәр һайланығыҙмы әле? Был - бик мөһим мәсьәлә, шулай бит? Күңелеңә ятҡан, йәмғиәткә, хеҙмәт баҙарында кәрәкле һөнәр буйынса белем алһаң һәйбәтерәк инде. Иртәгә, 13 ғинуарҙа, уҙасаҡ "PROF-мөхит" республика онлайн фестивалендә VIII-IX синыф уҡыусылары һәм уларҙың атай-әсәйҙәре Башҡортостан колледждары тураһында бик кәрәкле мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.  

Һөнәр һайларға ярҙам итәсәктәрҺөнәр һайларға ярҙам итәсәктәр
Һөнәр һайларға ярҙам итәсәктәр

Нисек уҡырға инергә, ниндәй белгеслектәр бар, ниндәй өҫтәмә имтихандар бирергә кәрәк - ошолар тураһында 15-тән күберәк колледж хеҙмәткәрҙәре һөйләйәсәк. Бөтә сығыштарҙы һәм сараларҙы https://vk.com/copp_rb төркөмөндә ҡарап буласаҡ. Фестиваль иртәнге 10-да башлана. Рәхим итегеҙ!

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас