+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Уҡырға ҡайҙа барырға?
22 Ғинуар 2022, 18:01

Университет олимпиадаға саҡыра

Өфө дәүләт нефть-техник университеты XI синыф уҡыусыларын математика, физика, химия, информатика, йәмғиәтте өйрәнеү, иҡтисад фәндәре буйынса олимпиадала ҡатнашырға саҡыра. 

Университет олимпиадаға саҡыра
Университет олимпиадаға саҡыра

Бәйгеләр 5 - 26 февралдә үтәсәк. "ӨДНТУ-ға ҡабул итеү ҡағиҙәләре"нә ярашлы, олимпиада еңеүселәре Берҙәм дәүләт имтиханына - 10, ә II, III урын алыусылар 7 өҫтәмә балл аласаҡ.

Сарала ҡатнашыу өсөн ҡасанға тиклем теркәлеү үтергә кәрәк, ниндәй документтар талап ителә - бөтәһе тураһында Өфө дәүләт нефть-техник университетының ҡабул итеү комиссияһы сайтында http://www.pk.rusoil.net/ белергә мөмкин.

Фото: интернет селтәренән.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: