+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Абитуриент көнөнә рәхим итегеҙ!

Ҡәҙерле абитуриенттар, күптәрегеҙ киләсәккә ниндәй һөнәр һайлаясағы тураһында мәктәп эскәмйәһенән үк уйлап ҡуйғандыр. Иң мөһиме, ул күңелегеҙгә ятҡан, асылығыҙға тура килгән йүнәлеш булһын, шулай бит?! Республикала ҡабул итеү кампанияһы башланды.

Абитуриент көнөнә рәхим итегеҙ!
Абитуриент көнөнә рәхим итегеҙ!

2 июлдә Өфө дәүләт нефть-техник университеты Абитуриент көнө үткәрә. Ул 12.00 сәғәттә юғары уҡыу йортоноң 8-се корпусында башланасаҡ. Адресы: Беренсе май урамы, 14. Орджоникидзе һарайы. Ректор үҙе сығыш яһаясаҡ, абитуриенттарҙы университет менән таныштырасаҡ. Ҡабул итеү комиссияһының яуаплы сәркәтибе уҡырға инеү ҡағиҙәләре тураһында һөйләйәсәк. 

Шулай уҡ ӨДНТУ-ның факультет декандары, институт директорҙары, һайлап алыу комиссияларының яуаплы сәркәтиптәре менән дә осрашырға мөмкин буласаҡ. Әлбиттә, университет буйлап экскурсиялар ҙа ойоштороласаҡ. 

Дуҫтар, Абитуриент көнөнә рәхим итегеҙ, Өфө дәүләт нефть-техник университеты менән яҡындан танышырһығыҙ.

Фото: https://pk.rusoil.net/.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: