+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Киләсәк һөнәрҙәрен үҙләштерәм, тиһәң...

Киләсәккә һөнәр һайлау. Сығарылыш синыфы уҡыусылары араһында документтарымды ниндәй юғары уҡыу йортона, ҡайһы факультетҡа тапшырайым икән, тип уйланыусылар ҙа барҙыр.

Киләсәк һөнәрҙәрен үҙләштерәм, тиһәң...
Киләсәк һөнәрҙәрен үҙләштерәм, тиһәң...

 Әммә күптәр VII – VIII синыфтарҙа уҡығанда уҡ үҙенең ниндәй фәнгә, ниндәй өлкәлә һәләте барлығын самалап, мәктәп йылдарынан уҡ ҡайҙа уҡырға барырыр күҙаллап ҡуйыусылар ҙа күп. Араларында үҙҙәрен һайлаған юғары уҡыу йорттарының ҡайһыһына барһам, яҡшыраҡ булыр, тип һайланыусылар ҙа бар әле хатта. Эйе, ысынлап та, хәҙерге заманда тырыштар юғары синыфтарҙа уҡығанда төрлө вуздар үткәргән, федераль исемлеккә ингән предмет олимпиадаларында ҡатнашып, еңеүсе була йәки призлы урын яулай ҙа үҙҙәре һайлаған йүнәлеш буйынса уҡырға ингәндә өҫтөнлөк менән файҙалана.
Быйыл республика университеттары һәм институттары абитуриенттар өсөн 13,5 мең тирәһе ҡаҙна урыны бүлгән. Бында бакалавриат, магистратура һәм специалитет - барыһы ла инә. Инженер һәм педагог һөнәрҙәренә түләүһеҙ урындар күберәк бирелгән. Документтарҙы ете йүнәлеш буйынса тапшырырға мөмкин.
Өфө дәүләт авиация университетына ҡаҙна урынына 2 мең студент ҡабул ителәсәк, шуларҙың 600-ҙән ашыуы – информацион технологиялар йүнәлештәре буйынса. Бында киләсәк һөнәрҙәрен үҙләштерергә мөмкин. Йыл һайын яңы уҡыу программалары асыла. Мәҫәлән, пилотһыҙ техниканы проекторлаусы, системалы экологик мәсьәләләр буйынса белгес...

Һәләтле абитуриенттарҙы һәр ҡайҙа көтөп алалар. Авиация университетында ла федераль исемлеккә ингән олимпиада еңеүселәре I курста тәүге семестрҙа ай һайын 50 мең һум стипендия аласаҡ. Берҙәм дәүләт имтиханын һәйбәт тапшырған уҡыусыларға дөйөм балдары 241-249 булһа, 30 процент ташлама ҡаралған. 221 – 240 балға – 10, 190 – 220 балға 5 процент ташлама яһала.
Ҡабул итеү кампанияһы 25 июлдә тамамланасаҡ.

Ҡабул итеү комиссияһы эш көндәрендә иртәнге 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем эшләй. Адресы: Карл Маркс урамы, 12-се йорт, 8-се корпус, 109-сы аудитория. Документтарҙы Дәүләт хеҙмәттәре порталы йәки авиация университетының сайтында шәхси кабинет аша дистанцион рәүештә тапшырырға ла була.

Фото:www.ugatu.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: