+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Абитуриентҡа ярҙамға

Республикала ҡабул итеү кампанияһы бара. Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары һәләтле абитуриенттарҙы йәлеп итеү өсөн уларға тәүге курста ҙур ғына стипендиялар тәҡдим итә. 

Абитуриентҡа ярҙамға
Абитуриентҡа ярҙамға

Башҡорт дәүләт медицина университеты ла үҙенә һәләтле абитуриенттарҙы ылыҡтырырға әҙер. Мәҫәлән, уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәренә тәүге курста 50 мең һум стипендия түләнәсәк. Призлы урын алыусыларға иһә – 30 мең һум. Шулай уҡ химиянан Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырыусыларға айына 15 мең һум стипендия түләнәсәк, урыҫ теле һәм биологиянан 100 балл алыусыларға  иһә – 10 мең һум.

БГМУ-ға Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре  буйынса уҡырға инергә теләүселәр документтарын 25 июлгә тиклем тапшырырға тейеш. Ә ҡабул итеү һынауҙары буйынса инеүселәрҙең документтары 11 июлгә тиклем ҡабул ителә. 13 – 22 июль университет үҙ аллы  имтихандар үткәрәсәк. Ҡабул итеү комиссияһы адресы – Зәки Вәлиди урамы, 47, 2-се корпус. Документтарҙы шулай уҡ интернет аша йәки почта менән дә ебәреп була. Бөтә мәғлүмәт –http://priem.bashgmu.ru/ сайтында.

Университетҡа барғанда паспорт, аттестат, 3x4 cантиметр ҙурлығындағы ике фото, шәхси ҡаҙаныштар тупланған папканы алырға онотмағыҙ. Уҡырға ҡабул ителеү буйынса конкурста ҡатнашыу өсөн ғариза ҡалдырыу ҙа кәрәк. Ҡаҙна урынына дәғүә итһәгеҙ,  СНИЛС һәм ИНН да үҙегеҙ менән булһын.

Фото: https://yandex.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: