+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Нефть-техник университетын һайлаусылар бармы?

Өфө дәүләт нефть-техник университетында ла яңы уҡыу йылында яңы бүлектәр һәм йүнәлештәр асыла. Проректор Александр Могучев белдереүенсә, бөгөн һанлы иҡтисад, яһалма интеллект мәғариф системаһына ла йоғонто яһай, шуға ла уҡыу программалары цифрлы йүнәлештәргә яраҡлаштырыла.  

Нефть-техник университетын һайлаусылар бармы?
Нефть-техник университетын һайлаусылар бармы?

Бында быйыл 3 мең 500 ҡаҙна урыны бар. Әйткәндәй, Өфө дәүләт нефть-техник университетына 2021 йылдан башлап математика, физика, химиянан ғына түгел, биология, география, инглиз теленән дә Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре менән уҡырға инергә мөмкин.

Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһы, шулай уҡ уҡыусылар олимпиадаларының Рәсәй  бәйгеләре еңеүселәре һәм призёрҙары  был юғары уҡыу йортона конкурсһыҙ инеү хоҡуғына эйә. 10 меңдән 100 мең һумға тиклем күләмдә стипендия алыу мөмкинлеге бар. Мәктәп эскәмйәһенән тырышып уҡығандар, олимпиадаларға ныҡлы әҙерләнеп, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеүселәр өсөн һәр ваҡыт юлдар асыҡ.

Ҡабул итеү комиссияһы иртәнге 10-дан киске 5-кә тиклем эшләй. 1-ҙән 2-гә тиклем – төшкө аш мәле. Адресы – 1 Май урамы, 14, 8-се корпус. Элекке Орджоникидзе һарайы.  Телефон – 8 (347) 242-08-59.

Сайт -  https://pk.rusoil.net/ .

Фото: https://yandex.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: