+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

“Университет сменалары” белем биреү-туристик программаһының яңы миҙгеле башланды

Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министрлығы Беренселәр хәрәкәте менән берлектә “Университет сменалары” программаһында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итә башланы.

“Университет сменалары” белем биреү-туристик программаһының яңы миҙгеле башланды
“Университет сменалары” белем биреү-туристик программаһының яңы миҙгеле башланды

14 – 17 йәштәрҙәге уҡыусылар Рәсәйҙең төрлө юғары уҡыу йорттарына барып, киләсәктә уҡыу йүнәлешен һәм урынын билдәләй аласаҡ. Ҡатнашыуға ғаризаны 14 июнгә тиклем бирергә мөмкин.

Яңы миҙгел 22 майҙа башлана. Проектта 100-ҙән ашыу вуз ҡатнаша. Хәрәкәт һәр балаға үҫеш өсөн мөмкинлек бирә, һәр кем үҙенә оҡшағанды һайлай ала.

Үҫмерҙәргә универсмена.рф сайтында ҡатнашыуға ғариза бирергә һәм конкурс заданиеларын беркетергә кәрәк. Ҡатнашыусылар исемлеге 1 июлгә тиклем программа ресурстарында буласаҡ.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: