+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Абитуриенттар өсөн

Быйылғы Ҡабул итеү кампанияһында тағы бер яңылыҡ: Владимир Путин маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡырға инеү буйынса яңы указға ҡул ҡуйғайны.

Абитуриенттар өсөн
Абитуриенттар өсөн

   Быйылдан абитуриент эш биреүсене үҙе табып, бер генә заказсы менән килешеү төҙөй аласаҡ. Уны https://trudvsem.ru/ берҙәм платформаһында табырға мөмкин. Яңы ҡанун буйынса ул юғары уҡыу йортона инеү тураһында приказ сыҡҡас ҡына төҙөлә. Заказ биреүсе студенттың уҡыуы менән ҡыҙыҡһынып бара, юғары уҡыу йорто йылына ике тапҡыр уның нисек өлгәшеүе тураһында отчет бирәсәк. Практиканы ла студент килешеү төҙөгән ойошмала үтергә тейеш. Диплом алғас, унда биш йыл эшләргә кәрәк буласаҡ.
   Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн айырым ҡағиҙәләр булдырылған. Рәсәй Геройҙары, Батырлыҡ ордены кавалерҙары, уларҙың балалары, шулай уҡ атайҙары МХО-ла һәләк булғандар уҡырға имтиханһыҙ инә ала. Бының өсөн һәр юғары уҡыу йортонда квота ҡаралған.

Фото: yandex.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: