Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин белдереүенсә, беҙҙә 92 һөнәри белем биреү ойошмаһы бар, уларҙа алдағы уҡыу йылына 22 312 ҡаҙна урыны бүленгән. Машиналар төҙөү, төҙөлөш, информацион технологиялар, медицина, мәғариф менән бәйле һөнәрҙәргә мохтажлыҡ ҙур.
Республикала "Профессионалитет" федераль программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Шуныһы ла мөһим: колледжды тамамлаусылар Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырмайынса юғары уҡыу йортона инеп, белем алыуҙарын дауам итә аласаҡ.
Фото: education.bashkortostan.