+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Документтарҙы – дәүләт хеҙмәттәре порталы аша

Илдә ҡабул  итеү кампанияһы дауам итә. Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы сервис аша абитуриенттар 2 миллиондан ашыу ғариза биргән дә инде.

Документтарҙы – дәүләт хеҙмәттәре порталы аша
Документтарҙы – дәүләт хеҙмәттәре порталы аша

Бындай ысул менән юғары уҡыу йортона документтар тапшырыу күпкә еңелерәк һәм ваҡытты ла алмай. Ғаризаны бер юлы биш вузға тапшырырға мөмкин. Шәхси кабинетыңа кураторҙан яуап киләсәк. Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ҡабул итеү һынауҙарына ла яҙылырға мөмкин. Шулай уҡ маҡсатлы уҡыуға ғариза биреп, буласаҡ эш биреүсе менән килешеү төҙөргә була. Быйыл бындай урындар былтырғы менән сағыштырғанда 6 процентҡа күберәк.

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына быйыл 14 меңдән ашыу студент ҡабул  итәләр. Ә урта һөнәри белем биреү учреждениеларына – 22 меңдән ашыу. Документтарҙы юғары уҡыу йорттарына – 25 июлгә, колледждарға 15 авгусҡа тиклем тапшырырға мөмкин, ә ижади һәм физик әҙерлек буйынса буйынса һынау үтергә кәрәк икән – 10 авгусҡа тиклем.

Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған уҡыусылар республикала уҡырға ҡалһа, уларға 150 мең күләмендә түләү буласаҡ.

Фото: yandex.

Документтарҙы – дәүләт хеҙмәттәре порталы аша
Документтарҙы – дәүләт хеҙмәттәре порталы аша
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: