-3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Профессионалитет" проекты буйынса

Башҡортостан 2022 йылдан “Профессионалитет” федераль программаһында ҡатнаша.

"Профессионалитет" проекты буйынса
"Профессионалитет" проекты буйынса

Проект буйынса федераль ҡаҙнанан колледждарҙың матди-техник базаһын үҫтереүгә аҡса бүленә. Уҡыу йорттарын яңыртыуҙа эш биреүсе предприятиелар, шулай уҡ республика ҡатнаша. Һөҙөмтәлә заманса уҡыу йорттары барлыҡҡа килә.

Тәүге уҡыу-производство үҙәге Өфө машиналар төҙөү колледжы менән Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе базаһында булдырылғайны. 2023 йылда тағы ете кластер асылды.

Федераль проект эш биреүселәрҙең һорауы буйынса кадрҙарҙы маҡсатлы рәүештә әҙерләргә мөмкинлек бирә. Быйыл тағы алты үҙәк асыласаҡ. Улар араһында химия сәнәғәте, машиналар төҙөү, ауыл хужалығы, шулай уҡ сәнғәт һәм креатив индустрия, туризм буйынса үҙәктәр бар. 

“Профессионалитет” проекты буйынса уҡыу ул диплом алғас та һине эш биреүсе үҙенә эшкә ала тигән һүҙ. Һәйбәт бит?! 

Фото: yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: