Бының үҙ этаптары бар. 1 авгусҡа тиклем өҫтөнлөктәре булған, йәғни олимпиада һәм халыҡ-ара спорт ярыштары еңеүселәрен һәм призерҙарын, шулай уҡ квотаһы булғандарҙы - маҡсатлы уҡыуға инеүселәрҙе, инвалидтарҙы, хәрбиҙәрҙең, медицина хеҙмәткәрҙәренең балаларын һәм башҡаларҙы ҡабул итәләр.
Икенсе, төп этапта дөйөм конкурста ҡатнашыусылар өсөн бойороҡ була (5 август).
Һуңғы өҫтәмә этап иһә - ҡаҙна урындарына үтмәгәндәр өсөн. Улар буш урындарға инә ала. Бойороҡтар 9 августа буласаҡ.
Ә түләүле уҡыуға ҡабул итеү сентябргә тиклем барасаҡ.
Әйткәндәй, хәҙер бөтә юғары уҡыу йорттарына ла аттестаттың һәм дипломдың төп нөсхәһен тапшырыу талап ителмәй. Ҡабул итеү өсөн килешеү генә кәрәк. Ошо документ буйынса абитуриент билдәле вуздың ҡаҙна урынына һайлаған белгеслеге буйынса уҡырға инәсәген гарантиялай.
Фото: uust.ru. һәм resizer.mail.ru.