-8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Уҡырға ҡайҙа барырға?
7 Октябрь 2025, 15:06

Асыҡ ишектәр көнө үтәсәк

Башҡортостанда VIII-XI синыф уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн асыҡ ишектәр көнө үтәсәк.

Асыҡ ишектәр көнө үтәсәк
Асыҡ ишектәр көнө үтәсәк

18 октябрҙә колледждар ойошторған сараларҙа улар төрлө профессиялар менән танышасаҡ. Колледж һәм техникум студенттарының ниндәй программалар менән уҡыуы, һуңынан ниндәй компанияларға эшкә урынлашыу мөмкинлеге барлығы тураһында мәғлүмәт аласаҡтар.

Асыҡ ишектәр көнө алдынан мәктәптәрҙә "Профессионалитет: һин яҡшы компанияла" тигән синыф сәғәттәре үткәреләсәк. Саралар "Профессионалитет" федераль проекты буйынса үтә.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда уҡыу йорттары менән предприятиеларҙы берләштергән 18 кластер бар. Асыҡ ишектәр көнөндә эш урындары менән яҡындан танышыу мөмкинлеге лә буласаҡ, экскурсиялар ойошторола.

Фото: yandex.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас