-8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Уҡырға ҡайҙа барырға?
12 Ноябрь 2025, 11:24

Университет сайттары аша документ тапшырып булмаясаҡ

Рәсәй Федерацияһының фән һәм юғары белем министрлығы 2026 йылға юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү ҡағиҙәләре проектын баҫтырып сығарған.

Университет сайттары аша документ тапшырып булмаясаҡ
Университет сайттары аша документ тапшырып булмаясаҡ

Бығаса абитуриенттар уҡырға инеү өсөн документтарын "Вузға онлайн уҡырға инеү" суперсервисы аша, вуздарҙың сайттары аша һәм үҙҙәре ҡабул итеү комиссияһына барып тапшыра ине. 2026 йылдан университет сайттарында документ ебәреп булмаясаҡ.

Икенсе яңылыҡ: урта һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаған йәштәр юғары уҡыу йортона колледжда белем алған йүнәлеше буйынса ғына уҡырға инә аласаҡ. Әлбиттә, ҡабул итеү һынауын тапшырып. Ә бүтән белгеслекте һайлаған осраҡта, Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға кәрәк була. 

Фото: vstehn.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас