+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
«Уҡытыусы. Остаз»
7 Февраль 2023, 13:25

Ҡурай серҙәренә өйрәтә

Ҡыҙыбыҙ Дилә бәләкәй саҡтан ҡурай серҙәренә өйрәнергә теләк белдерҙе. Уның ынтылышына ҡаршы килмәнек. Ете йәшендә Дилә Салауат ҡалаһының балалар музыка мәктәбендә белем ала башланы. Уның һәр дәрестән илһамланып ҡайтыуының сәбәпсеһе  уҡытыусы  Вәсил Булат улы Темиров булды.

Етәксе һәр көйҙө өйрәтер алдынан балаларҙы йырҙың тарихы, килеп сығышы менән таныштырҙы. Шулай итеп, кескәй йөрәктәрҙә башҡорт халҡының үткәненә ҡыҙыҡһыныу уятты. Тыуған иленә, ерҙәренә булған һөйөү боронғо халыҡ йырҙарын тәрәнерәк өйрәнгән һайын арта барҙы. Дилә мәктәптән сығыу менән: "Әсәй, һин "Ете ҡыҙ" тигән йырҙың нисек барлыҡҡа килгәнен беләһеңме?" - тип һорай ҙа үҙенең нимә белгәнен һөйләй башлай ине.
Балаларға бәләкәйҙән көйҙө дөрөҫ итеп, моңло итеп башҡарырға өйрәтеү  еңел түгел. Әммә Вәсил Булат улы һәр уҡыусыһының куңеленә юл таба белә. Һәр береһенең бәләкәй генә уңышын да күреп, дәртләндереп ебәрә. Шуға ла балалар уҡытыусыларының ауыҙына ғына ҡарап тора. Уның һәр әйткән һүҙен күңеленә һеңдерә. Диләбеҙ хатта ҡурайҙа уйнағанда, Вәсил Булат улы һымаҡ, ҡанатланып, талпынып-талпынып ҡуя. Үҙ һөнәренә мөкиббән ғашиҡ кеше генә башҡаларҙа ла йыр-моңға һөйөү уята, үҙенең артынан әйҙәй ала. Булат Вәсил улы - тап шундай остаз. Шуға күрә лә уның уҡыусылары ҡала, республика кимәлендәге конкурстарҙа гел алдынғылар рәтендә. Йылдан-йыл яңы үрҙәр яулайҙар. Дилә "Йондоҙҡай" Бөтә Рәсәй халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусылар конкурсында II урын яуланы. Октябрьский ҡалаһында уҙған Ҡурай байрамында II дәрәжә лауреат исемен алды. Һәр балаға иғтибар бүлеп тә, талапсан булып та өлгөргән ҡәҙерле уҡытыусыбыҙ Вәсил Булат улына рәхмәт! Ул - сығышы менән Ырымбур өлкәһе, Красногвардейский районы Иҫке Юлдаш ауылынан. Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған. Үҙе лә - конкурстар еңеүсеһе һәм лауреаты. 

Вәсил Булат улы республиканың һәр музыка мәктәбендә ҡурай синыфы булырға тейеш, тип иҫәпләй. Быйылғы уҡыу йылы башынан Темировтар ғаиләһе Өфө районына күсте. Вәсил Булат улы хәҙер унда ҡурай синыфтары асып, балаларҙы ҡурай серҙәренә өйрәтә. Йәш ҡурайсылар остазына уңыштар теләйбеҙ!

 

Ғәбитовтар ғаиләһе.

Салауат ҡалаһы.

#уҡытыусыостазйәншишмә

 

Ҡурай серҙәренә өйрәтә
Ҡурай серҙәренә өйрәтә
Ҡурай серҙәренә өйрәтә
Ҡурай серҙәренә өйрәтә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: