+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
«Уҡытыусы. Остаз»
16 Февраль 2023, 13:50

"Ысын ҡурайсы ҡурайын ҡосаҡлап йоҡлай"

Фотолағы ҡурай сәскәһенә табыныусы музыкант Тәлғәт Мөхәррәм улы Нуриев – минең уҡытыусым ул.

Ҡурай менән ҡыҙыҡһыныуым 15-се башҡорт балалар баҡсаһында “Ҡурайсы” уйынын уйнағандан һуң башланды. Өйгә ҡайтыу менән: «Атай, һәр башҡорт ҡурайҙа уйнай белергә тейеш, мине бөгөндән үк ҡурайҙа уйнарға өйрәт”,– тинем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайым ҡурайҙа уйнамай ине.

 Һуңыраҡ мин телевизорҙан «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө лидеры Ринат Рамазановтың интервьюһын күрҙем. Әңгәмәлә ул педагогы, остазы, балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Тәлғәт Мөхәррәм улы Нуриевҡа беренсе музыка дәрестәре өсөн ҙур ихтирамын, рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.

    Оҙаҡламай беҙ ҙә ошо уҡытыусы менән яҡындан таныштыҡ, ул мине ҡурай, моң, көй серҙәренә өйрәтә башланы. Алдымда ҡурайҙың бөтмәҫ мөмкинлектәре асылды. Уҡытыусымдан беренсе тапҡыр  башҡорт халыҡ йыры «Урал»ды  ишеттем.

«Ҡурай –күңел өсөн дауа», – ти ул. Тәлғәт Мөхәррәм улы – балалар менән уртаҡ тел табып, бөтә көсөн биреп эшләүсе педагог. Ул шаяртып: «Ысын ҡурайсы ҡурайын ҡосаҡлап йоҡлай», – тип ҡабатларға ярата. Остазым, ҡурай кешенең эске кисерештәрен, уй-фекерҙәрен һиҙә, шуға күрә уның моңо ниндәй кәйеф менән уйнауҙан тора, тип иҫбатлай.

 Уның ҡурайсылар өсөн бик күп пьесаһы, маршы, этюды бар. Миңә бигерәк тә «Салауат батыр»,  «Йософ майор»,  «Йәш салауатсылар» марштары оҡшай. Шулай уҡ күп йыллыҡ тәжрибәһенә таянып, «Ҡурайҙа уйнарға өйрәнегеҙ», «Музыкаль мәктәптә ҡурайҙа өйрәтеү методикаһы» тигән китаптар сығарған.  Тәжрибәле уҡытыусым бик күптәрҙе ҡурай серҙәренә төшөндөргән. Уларҙың тиҫтәнән ашыуы профессиональ ҡурайсы булып киткән.

Ансамбль өлгөлө исемен йөрөтә. Ҡурай өсөн бөтә күңелен һалған Тәлғәт Мөхәррәм улы Нуриев – милли рухты килер быуындарға тапшырыусыларҙың иң сағыу вәкилдәренең береһе.

Уҡытыусымдың матур кешелек сифаттары ла һоҡландыра. Минең өсөн ул – өсөнсө олатайым. Уға яратып, үҙ кеше итеп, ҙур хөрмәт менән «бабай» тип өндәшәм.  Музыкант, шағир, педагог, шул уҡ ваҡытта баҫалҡы, ипле холоҡло уҡытыусым – бик күптәргә өлгө булырлыҡ шәхес. Уның төп­лө фекере, аҡыллы кәңәштә­ре беҙгә бик кәрәк. Йәш быуын өсөн ныҡлы терәк, тәжрибә һәм оҫта­лыҡ хазинаһы ул Тәлғәт бабай.

Самир ЛАТИПОВ, III синыф уҡыусыһы.

Мәләүез ҡалаһы,

Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-се башҡорт гимназияһы.

#уҡытыусыостазйәншишмә

"Ысын ҡурайсы ҡурайын ҡосаҡлап йоҡлай."
"Ысын ҡурайсы ҡурайын ҡосаҡлап йоҡлай."
"Ысын ҡурайсы ҡурайын ҡосаҡлап йоҡлай."
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: