+14 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
«Уҡытыусы. Остаз»
11 Апрель 2023, 15:19

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле дуҫтар, «Йәншишмә» республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзите ойошторған “Уҡытыусы.Остаз» конкурсының икенсе этабына йомғаҡ яһаныҡ.

Яратҡан уҡытыусыларығыҙ тураһында ихлас күңелдән яҙған хаттарығыҙҙы ҡыуанып уҡыныҡ. Уларҙың һәр береһе иғтибарға лайыҡ. Күптәр беренсе уҡытыусылары тураһында яҙып ебәрҙе. Төрлө фән уҡытыусылары тураһында ла мәҡәләләр булды. Конкурста әүҙем ҡатнашҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Кемдәр еңеүсе һуң?

I урын – Айгизә Ҡарабаева, VIII синыф уҡыусыһы. Хәйбулла районы, Татырүҙәк мәктәбе. Уҡытыусыһы – Гөлназ Назарова.

II урын – Сәлим Ғөбәйҙуллин, X синыф уҡыусыһы. Хәйбулла районы, Аҡъярҙағы 2-се мәктәп. Уҡытыусыһы – Гөлфирә Мөхәмәтшина.

II урын – Азалия Фаздалова, IV синыф уҡыусыһы. Илеш районы, Үрге Йәркәйҙәге 4-се мәктәп. Уҡытыусыһы – Фәнзилә Камалова.

III урын – Риана Тәминдәрова, Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы. Уҡытыусыһы – Айгөл Һатлыҡова.

III урын – Лиана Садиҡова, IV синыф уҡыусыһы. Балаҡатай районы, Түбәнге Үтәш мәктәбе. Уҡытыусыһы – Людмила Хөснөтдинова.

Мәләүез ҡалаһындағы Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһының III синыф уҡыусыһы Самир Латиповҡа һәм Хәйбулла районы Аҡъярҙағы 1-се мәктәптең I синыф уҡыусыһы Мәҙинә Исҡужинаға редакцияның махсус бүләктәре тапшырыласаҡ. Барығыҙҙы ла ихлас ҡотлайбыҙ!

Алдан вәғәҙә итеүебеҙсә, еңеүселәр – "Йәншишмә"нең Почёт грамотаһы, конкурста ҡатнашҡан ҡалған уҡыусылар Маҡтау ҡағыҙы аласаҡ. Конкурсҡа килгән хаттар йыл дауамында гәзит биттәрендә донъя күрәсәк. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: