Уҡыусылар ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшһен өсөн Таһир Күсимов исемендәге гимназияла бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Быйыл IV синыфҡа барған өлкән ҡыҙҙары Аэлина бик теләп вокал, бейеү, һынлы сәнғәт оҫтаханаһы түңәрәктәренә йөрөй. Уны яратҡан уҡытыусылары Фәнилә Мансур ҡыҙы Нөғәмәнова – йырларға, Әлиә Милләт ҡыҙы Фәтхетдинова бейергә өйрәтһә, синыф етәксеһе Филүзә Әлхәм ҡыҙы Ғиниәтова төплө белем бирә.
Әле икенсе синыфта уҡыусы Йәлил ҡустыһы бигерәк тә бейергә ярата. Ныҡ оҫтарып алған, ике-өс тапҡыр Өфөгә конкурстарға барҙы, июнь айында «Байыҡ» телевизион бәйгеһендә лә ҡатнашырға өлгөрҙө.
Был балаларҙың ата-әсәһе генә түгел, бүтәндәр ҙә Әлиә Милләт ҡыҙының үҙ эшен яратып башҡарыуын билдәләп үтә. Йәлилдең уңыштарына уның синыф етәксеһе Розалиә Йәмил ҡыҙы Муллағәләмова лә һөйөнөп бөтә алмай. Тырышып уҡыған Аэлина менән Йәлилгә төрлө концерттарҙа йыш ҡатнашырға тура килә.
Уҡытыусының балалар тормошондағы роле тураһында Әлфидә Ҡансурина бик дөрөҫ әйтә:
«Балам!» – тип өҙөлгән әсә кеүек,
Беҙҙең өсөн көйөп-янаһың.
Яҡты юлдар теләп оҙатаһың,
Оҙатҡандай әсә балаһын.
Был балаларҙың бәләкәй һеңлеләре Эмилия әле балалар баҡсаһына йөрөй. Ул яңы уҡыу йылынан нәфис гимнастика, акробатика түңәрәктәренә яҙылырға ниәтләй.
Аэлина менән Йәлил каникулдарын башлыса олатаһы менән өләсәһе янында үткәрергә ярата. Оло Ҡыҙылда һыу инеү, ҡош-ҡорт, мал-тыуар ҡарашырға ярҙам итеү – улар өсөн көс туплауҙың иң шәп ысулы.
Илдар ҒӘБИТОВ.