+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтты

Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итәбеҙ. Әйҙәгеҙ, ошо тарихи ваҡиғаға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек, үҙебеҙҙең «Хәтер китабы»н яҙайыҡ.

Нисекме? Бөйөк Ватан һуғышы афәте ҡағылмаған йорт, ғаилә булмаған. Хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш һәм тыл ветерандарының сафтары йылдан-йыл һирәгәйә. Һеҙ улар тураһында атай-әсәйҙәрегеҙҙән һорашып, мәктәп музейынан мәғлүмәттәр таба алаһығыҙ, иҫән-һау булғандары менән үҙегеҙ әңгәмәләшегеҙ һәм ҙур булмаған мәҡәлә йәки инша яҙығыҙ ҙа «Йәншишмә» гәзите редакцияһының «Бәйләнештә»ге төркөмөнә ебәрегеҙ. Кемдәр әле һаман беҙҙең төркөмгә яҙылмаған, рәхим итегеҙ: https://vk.com/club45440006

Акция 2020 йылдың 9 майына тиклем https://vk.com/club45440006 төркөмөндә барасаҡ. Иң йөкмәткеле, матур хат авторҙарына гәзиттең Почёт грамотаһы тапшырыласаҡ.

Читайте нас: