+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Эргәмдә олатайым булһа...

«Улар Бөйөк еңеүҙе яҡынайтты» конкурсына Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылынан Сыңғыҙ Килмөхәмәтов яҙған хат.

Олатайым Миңләхмәт Хисмәт улы Килмөхәмәтов 1925 йылда Ғафури районы Ибраһим ауылында күп балалы, эшһөйәр ғаиләлә тыуған.
Бөйөк Ватан һуғышы башланған ваҡытта уға 16 йәш кенә була. Ауылдағы барлыҡ эштәрҙе эшләргә тура килә. Ир-егеттәр һуғышҡа алына, күптәрҙән «ҡара ҡағыҙ» килә.
Бер йылдан уға ла сират етә. Алкинда әҙерлек курстары үткәс, Карелия фронтына оҙаталар.
Олатайым янған ауылдарҙы, ҡалаларҙы, һуғыштың ҡот осҡос емереклектәрен үҙ күҙҙәре менән күрә.
1943 йылдың 29 авгусындағы ҡаты һуғыштарҙа ауыр яралана, контузия ала, аҙаҡ тупраҡ аҫтында күмелеп ҡала. Иптәштәре уны үлгән тип уйлай. Иң яҡын дуҫы, үҙебеҙҙең Ғафури егете уны тупраҡ араһынан соҡоп сығара, санитарҙарға тапшыра.
Шунан олатайым дүрт ай госпиталдә дауалана, яңынан сафҡа баҫа. Смоленщинаны азат иткәндән һуң «Батырлыҡ» миҙалы менән бүләкләнә. Карелия һәм Төньяҡ фронттарында алған башҡа наградалары ла бар.
1947 йылда тыуған ауылы Ибраһимға ҡайта. Һаңғырау, әммә иҫән...
Нәсимә өләсәйем шатлана ла, ҡайғыра ла. Ҡайһылай итеп ике ҡолағы ла ишетмәгән, һаңғырау егет менән йәшәргә? Дауаланыуҙар үҙ эҙемтәһен бирә, олатайым яйлап һауыға.
Миңләхмәт олатайым Мәжит Ғафури колхозында бригадир була, аҙаҡ ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә, Нәсимә өләсәйем менән 6 бала үҫтерәләр.
Олатайым үҙенең наградаһын, 2-се дәрәжәләге Бөйөк Ватан һуғышы орденын оҙаҡ көткән. Билдәһеҙ сәбәптәр менән документтар юғалған икәнен дә белгән, ләкин көткән...
1991 йылда олатайым донъя ҡуйған, ә ул көтөп тә ала алмаған орденды 1992 йылда Нәсимә өләсәйемә тапшырғандар...
Мин V синыфта уҡыйым. Эргәмдә батыр олатайым булһа, минән дә бәхетле кеше булмаҫ ине...

Сыңғыҙ КИЛМӨХӘМӘТОВ.

Ғафури районы, Еҙем-Ҡаран мәктәбе.



Читайте нас: