-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мәңгелек дан һәм хөрмәт

Бөгөн беҙҙең өсөн Бөйөк Ватан һуғышы данлы үткәнебеҙ генә түгел, киләсәк быуын өсөн үтә ныҡ кәрәкле һабаҡ та. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап хәтирәләр байҡаным.

Мәҡәләмдең төп геройы – Бүребай Дауыт улы Моталов. Ул 1921 йылдың 15 декабрендә баш бала булып донъяға килә. Иң олоһо булараҡ, үҙенән кесе 5 туғанын тәрбиәләү ҙә уның иңенә төшә. 1940 йылда Сермән педагогия училищеһын тамамлай һәм шул уҡ йылдың көҙөндә хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Латвиялағы аэродромды хеҙмәтләндереүсе часҡа эләгә. Күп тә үтмәй немец илбаҫарҙарының һуғыш асыуы хаҡынды хәбәр алына. Шунда уҡ частағы һалдаттарҙы алғы фронтҡа ебәрәләр.

1942 йылда ҡаты алышта Бүребай Дауыт улына йәрәхәтләнеп госпиталдә ятырға тура килә. Бер аҙҙан, яралары төҙәлгәс, яңынан яуға китә. Ул 21-се уҡсылар дивизияһы составында Мәскәү, Орёл, Курск, Смоленск, Калинин, Минск ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша.

Бүребай олатай үҙе менән булған бер хәлде һөйләп ҡалдырған. Күпер аша үтә торған поезды фашистар шартлатырға йыйынған. Олатай элемтәсе булараҡ, үҙенең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, һыу аҫтына төшөп, секунд эсендә телефон сымын ялғап өлгөрә. Немецтар килеп еткәнсе поезд үтеп ҡала.

Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн уға Ҡыҙыл Йондоҙ, 3-сө дәрәжә Дан ордендары, «Батырлыҡ өсөн» һәм Еңеүҙең 30, 40, шулай уҡ 70 йыллыҡтарына миҙалдар менән бүләкләнә.

1948 йылда ауылдың сибәр, уңған, электән күҙ атып йөрөгән ҡыҙына өйләнә. Мәрзиә өләсәй менән алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Тиҫтә йылға яҡын Әхмәт, Әбделғәзе ауылдарында уҡыта. Әхмәт ауылында тыуған улына – Әхмәт, ә Әбделғәзе ауылында тыуған ҡыҙҙарына Зөһрә тип исем ҡушалар. Унан һуң Ҡаҙмаш ауылына ҡайтып төпләнәләр.

Һуғыш ветераны тыныс тормошта ла һынатмай, коммунист булараҡ, ҡайҙа ғына эшләһә лә тырыш хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Биш ҡыҙҙың өсәүһе киномеханик була. Ғүмерҙәре буйына һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалған Зөһрә, Динә, Диләфрүз «Рәсәйҙең почетлы кинематографисы» исеменә лайыҡ була. Зилдә мәҙәниәт өлкәһен үҙ итһә, Ҡариҙелдә йәшәгән, ғүмерен халыҡ һаулығын һаҡлауға арнаған Зәүрә Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы исемен йөрәтә. Әхмәт механизатор булып эшләй.

Һуғышта алынған яралар үҙен белдереп, унан һуңғы ауыр хеҙмәт үҙенекен итә: 1993 йылда Бүребай Дауыт улының йөрәге тибеүҙән туҡтай.

Хөрмәтле ветерандарыбыҙҙың беҙҙең аранан китеүҙәренә күп йылдар үтһә лә уларҙы ауылдаштары онотмай. Шулай булырға тейеш тә. Бөгөнгө матур тормош өсөн аяуһыҙ көрәшкән яугирҙарға мәңгелек дан һәм хөрмәт.

Ошо мәҡәләмде әҙерләгәндә Бүребай олатайҙың ҡыҙҙары аталары тураһында матур, йылы хистәре менән бүлеште. Уларға рәхмәтемде еткерәм.


Заһиҙә РӘЖӘПОВА, йәш хәбәрсе.

Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш мәктәбе.


Читайте нас: