+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ветеран өсөн парад

Башҡортостанда бөтәһе 493 кенә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡалған, тип хәбәр иткәйне апрелдә республика етәксеһе Радий Хәбиров.

Шулай уҡ 189 һуғыш инвалиды, 84 «Ленинград блокадаһында йәшәүсегә» билдәһе менән бүләкләнеүсе, яуҙа ҡатнашҡандарҙың 6 мең 332 тол ҡатыны, 15 мең 733 тыл ветераны, һуғыш ваҡытында бала сағында концлагерҙа булған 91 кеше иҫәпләнә.
Йәндәрен аямай Еңеүҙе яҡынайтырға тырышҡан олатай-өләсәйҙәрҙе, инәй-бабайҙарҙы бөгөн иғтибарһыҙ, ярҙамһыҙ ҡалдырырға хаҡыбыҙ юҡ. Республикала хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы өйҙәренә барып ҡотлауҙар ойошторола. Хатта улар өсөн махсус парадтар үтә.
Өфөлә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы Фәтихова йәшәгән йорт алдында ла шундай сара ойошторолдо. Уны Еңеү байрамы менән ҡотларға Калинин районы хакимиәте башлығы Сергей Кожевников, туғандары, уҡыусылар, кадеттар барҙы. 157-се һәм 74-се мәктәп кадеттары парадта үтеп, ветеранға сәскәләр, открытка һәм бүләктәр тапшырҙы.
Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы фронтҡа тыуған яғы Дүртөйлөнән 1942 йылда китә. Һуғышта ул хәбәрсе булараҡ та таныла, мәҡәлә-очерктары фронт гәзитендә донъя күрә. Еңеп ҡайтҡас, Бөрө педагогия институтында уҡый һәм ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләй. Ижад менән мауыға. Әле лә 101 йәшлек ветеран шиғырҙарын яттан һөйләп һоҡландыра.
Тормош иптәше 87 йәшендә вафат булғас, яңғыҙ йәшәй. Әммә балалары, ейәндәре, бүләләре һәм уҡыусылар хөрмәтле уҡытыусы - элекке зенитсы Мөсәйрә Фәтихованың хәлен белеп, даими ярҙамлашып тора.
Фото: Өфө ҡала хакимиәте.
Читайте нас: