+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Легендар геройҙың тыуған көнөнә арнап

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштороусы һәм уның командиры, Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 27 августа 122 йыл тула.

Легендар геройҙың тыуған көнөнә арнап
Легендар геройҙың тыуған көнөнә арнап

Ошо айҡанлы 23-нән алып 31 авгусҡа тиклем республика музейҙарында тематик күргәҙмәләр эшләй. “Шайморатовсылар” этабының “Музейҙарҙа башҡорт тарихы” тип исемләнгән музей акцияһы, тарих дәрестәре, “Армия легендалары: Миңнеғәле Шайморатов” документаль кинофильмын күрһәтеү, интернет викторина, "Асыҡ ишектәр"  көнө үткәреү ҡаралған. Алдан әйтеүебеҙсә, 27 августа  «Торатау» конгресс-холы амфитеатрында легендар геройыбыҙ хаҡында  «Ат уйнатып алдан бара» спектаклен ҡарай алаһығыҙ. Ул Башҡортостандың Милли музейы архивы, Хәрби тарихи музейҙар, Әмир Абдразаҡов  исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы фондтарында һаҡланған документаль сығанаҡтарға нигеҙләнеп яҙылған.

Фото: ye02.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: