+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Шайморатовсылар синыфтары артасаҡ

Республикабыҙҙа  2020 йылда өс дөйөм белем биреү усағында: Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында, "44-се һәм 162-се "СМАРТ" полилингваль күп профилле мәктәптәрендә Рәсәй Федерацияһы Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге синыфтар асылғайны.

Шайморатовсылар синыфтары артасаҡ
Шайморатовсылар синыфтары артасаҡ

Был мәктәптәрҙең VII синыф уҡыусыларын Республика көнө алдынан "шайморатовсылар"ға бағышлау тантанаһы булғайны. Балалар ата-әсәләр, уҡытыусылар алдында ант бирҙе һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатов исеменә тап төшөрмәҫкә вәғәҙә итте.

2021 йылдың мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров республика мәктәптәрендә тағы ла "Шайморатов синыфтары" асырға тәҡдим итте. Был башланғысты хуплап, мәғариф һәм фән министрлығы "шайморатовсылар синыфы"ның берҙәм стандартын әҙерләү буйынса эшкә тотондо.

Өфө дәүләт авиация техник университеты, Республика Хәрби Дан музейы, "Йәш армеецтар" Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте музейы, Башҡортостан Республикаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, полилингваль мәктәптәр, милли гимназиялар һәм лицейҙар етәкселәре ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Унда ҡатнашыусылар шайморатовcыларҙың берҙәм стандарттарын билдәләне: V – VI синыфтарҙа "шайморатовсылар синыфы" асыу, уҡыусылар өсөн берҙәм форма булдырыу, лингвистик һәм профилле өҫтәмә белем биреү, хореография дәрестәре үткәреү, милли музыка ҡоралдарында уйнау, тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡалар. Иң мөһиме – илһөйәрлек, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары өлгөһөндә Тыуған ил өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу, шайморатовсыларҙың әүҙем гражданлыҡ позицияһын булдырыу.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: