+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

103 йәшлек ветеран өсөн парад

Тиҙҙән Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығын билдәләйбеҙ. Ошо айҡанлы Өфөлә 103 йәшлек һуғыш ветераны Мөсәйрә Ноғман ҡыҙы Фәтихова йәшәгән йорт алдында уның өсөн парад ойошторғандар.

103 йәшлек ветеран өсөн парад
103 йәшлек ветеран өсөн парад

Яҡынлашып килгән байрам менән Калинин районы хакимиәте башлығы Михаил Замурагин, туғандары һәм уҡыусылар ҡотлаған. 

Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы фронтҡа тыуған яғы Дүртөйлөнән 1942 йылда китә. Һуғышта ул хәбәрсе булараҡ та таныла, мәҡәлә-очерктары фронт гәзитендә донъя күрә. Еңеп ҡайтҡас, Бөрө педагогия институтында уҡый һәм ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләй. Тормош иптәше 87 йәшендә вафат булғас, яңғыҙ йәшәй. Балалары, ейәндәре, бүләләре һәм уҡыусылар хөрмәтле уҡытыусы - элекке зенитсы Мөсәйрә Фәтихованың хәлен белеп, даими ярҙамлашып тора.

Фото: 

103 йәшлек ветеран өсөн парад
103 йәшлек ветеран өсөн парад
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: