+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Балаларҙы "Еңеү вариҫтары" акцияһында ҡатнашырға саҡыралар

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы иғлан иткән "Еңеү вариҫтары" тигән акция 22 июнгә тиклем оҙайтылған. Унда 18 йәшкә тиклемге балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе ҡатнашырға саҡыралар. 

Балаларҙы "Еңеү вариҫтары" акцияһында ҡатнашырға саҡыралар
Балаларҙы "Еңеү вариҫтары" акцияһында ҡатнашырға саҡыралар
"Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Еңеү вариҫтары» акцияһы 22 июнгә тиклем оҙайтылды!

Проект «Яңылыҡтар» хеҙмәте редакцияһы башланғысы менән ойошторолғайны. Унда 18 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәргә ҡатнашырға мөмкин.

Акцияла ҡатнашыу өсөн геройығыҙҙың фотоһүрәтен, миҙалдарын тотоп, уның хаҡында башҡорт йә рус телендә һөйләп, видео төшөрөү талап ителә. Ролик бер минуттан артмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ тарихты шиғыр юлдарына һалырға йә музыка менән биҙәргә мөмкин – барыһы ла һеҙҙең ҡарамаҡҡа.

Видеоларҙы 89373002023 телефон номеры буйынса WhatsApp йә Telegram месенджерына ебәрегеҙ. Видеояҙмалар bash.news сайтына урынлаштырыласаҡ, ә иң яҡшылары эфирға сығасаҡ!" - тип хәбәр итә ойоштороусылар.
 Фото: yandex.
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: