Ул “Еңеү майы” тип аталды. Балалар ижады ҡала фестивалендә үҙҙәрен лайыҡлы күрһәткән иң-иңдәр йыйылғайны унда. Өфөнөң төрлө белем усаҡтарынан килгән уҡыусылар Бөйөк Еңеү хаҡында йырланы, патриотик бейеүҙәр башҡарҙы, шиғырҙар һөйләне. Йәш быуындың Еңеүгә ҡарата хөрмәте ҡыуандыра. Ә фойены һүрәттәр күргәҙмәһе биҙәне. Ижад һарайы тәрбиәләнеүселәре Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатайҙарының фотоларын да килтергән, улар стендҡа урынлаштырылған.