Бәләкәй генә булыуға ҡарамаҫтан, балалар баҡсаһына ихласлап йөрөй. Бөгөн Бөйөк Еңеү байрамында ҡартатаһы Хәлфитдин Зәйнитдин улы Мәхийәновты байрам менән ҡотлап, иҫтәлеккә кәртешкәгә лә төштөләр. Ильяс ҡартатаһын бик ныҡ ярата. Ҡайным ветеран атаһының күргән-кисергәндәрен бер епкә теҙеп, беҙгә һөйләне. Ул саҡтағы ауырлыҡтар, ҡайғылар онотоламы ни? Яуҙа ирҙәрен, атайҙарын, ағайҙарын юғалтыу юшҡыны бер ҡасан да күңелдән юйылмаясаҡ. Ҡәйнәм менән ҡайным балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ихтирам-хөрмәтенә төрөнөп, киләсәккә яҡты өмөттәр бағлап, хыялдар менән бәхетле йәшәй. Бына ошондай көслө, ҡаҡшамаҫ рухлы, эшһөйәр кешеләрҙән үрнәк алырға, улар өлгөһөндә йәш быуынды тәрбиәләргә бурыслыбыҙ. Уларға тағы бик күп Еңеү таңдарын күрергә яҙһын. Күк йөҙө аяҙ булһын!
--