+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Баймаҡтан ҡотлау

Ҡәҙерле ветерандар! Һеҙҙе ихлас йөрәктән илебеҙ тарихындағы иҫтәлекле ваҡиға – Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 79 йыллығы менән ҡотлайым!

Баймаҡтан ҡотлау
Баймаҡтан ҡотлау
 
9 май – ул ҡаһарманлыҡ һәм дан, күп милләтле халыҡтың батырлығы алдында баш эйеү, мәңгелек хәтер һәм еңеүселәр быуынына сикһеҙ рәхмәт белдереү көнө. Ул һеҙ барлыҡ ғүмерегеҙҙе һәм оҙайлы хеҙмәтегеҙҙе арнаған Тыуған илебеҙ өсөн сикһеҙ илһөйәрлек һәм ғорурлыҡ булып хеҙмәт итә.
Был көндө беҙ ҡулына ҡорал тотоп яу яландарында һәм фиҙакәр хеҙмәте менән тылда оҙаҡ көтөп алынған Еңеүҙе яҡынайтыусыларҙың барыһын да хөрмәтләйбеҙ. Һеҙҙең батырлыҡ һәм ныҡлыҡ арҡаһында бөгөнгө быуын тыныс, аяҙ күк йөҙө аҫтында йәшәй. Һеҙ әле лә йәштәр өсөн өлгө булып сафта ҡалаһығыҙ. Ихтыяр көсөгөҙ һәм эскерһеҙ илһөйәрлегегеҙ ҙур хөрмәткә лайыҡ.
Баймаҡ ҡалаһы "Йондоҙло" балалар баҡсаһы тәрбиәселәре һәм тәрбиәләнеүселәре исеменән һеҙгә оло хөрмәт һәм ихтирам белдерәм.
Барығыҙға ла ихлас күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм иң изге теләктәр еткерәм! Оҙон ғүмер һәм тыныс күк йөҙө һеҙгә!
Бөйөк Еңеү көнө менән!
 
Нурзиә МӘХИЙӘНОВА, тәрбиәсе.

 

Баймаҡтан ҡотлау
Баймаҡтан ҡотлау
Баймаҡтан ҡотлау
Баймаҡтан ҡотлау
Баймаҡтан ҡотлау
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: