Форумда төрлө йүнәлеш буйынса секциялар эшләне. Беҙҙең лицейҙың VII «Б» синыфы уҡыусыһы Данис Аҡбулатов ҙур уңышҡа өлгәште – икенсе урын яуланы. Шул саҡта нисек шатланғанымды күрһәгеҙ! Мин бит уның етәксеһе булдым! Данис «Минең олатайым – һуғыш геройы» тигән сығыш әҙерләгәйне.
Уҡыусым легендар олатаһының хәрби һәм хеҙмәт юлдарын, уның Беренсе Украина фронтында танк пулемётсыһы булып һуғышыуын, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Житомирҙан алып Берлинға һәм Прагаға барып еткәнен яҙғайны. Ныҡ тырышты, күпме эҙләнеү эштәре алып барҙы.
Форумдың программаһы бай ине. Күпте белеп, күреп ҡайттыҡ. Залдарҙа төрлө темаға әңгәмәләр ҡоролдо. «Дрессировкала мотивация», «Бөйөк Еңеү полководецтары», «Ижадҡа һөйөү», «Балалар донъяһына һуҡмаҡ», «Сикһеҙ донъя» – һәр береһе ҡыҙыҡлы, фәһемле булды.
Форумда ҡатнаша алғаныбыҙ өсөн ҡалабыҙҙың мәғариф бүлеге начальнигы Рушан Нурмөхәмәт улы Дияровҡа, лицей директоры Оксана Михайловна Герасимоваға рәхмәт әйтәбеҙ.
Илһөйәр БАЙРАҠАЕВА,
тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы.
Сибай ҡалаһы, «Ирәндек» лицейы.