Өфөнөң Иван Якутов исемендәге паркында байрам иртәһе тантаналы башланды. Килеүселәрҙе администрация вәкилдәре сәләмләне. Совет районы кадеттары һәм йәш армеецтары менән бергәләп мәңгелек утҡа сәскәләр һалдылар.
Һуңынан төрлө саралар башланды: балалар өсөн майҙанда оҫталыҡ дәрестәре үтһә, сәхнәлә концерт номерҙары бер-береһен алмаштырып торҙо. Һалҡын һауа торошо береһенә лә ҡамасауламаны, парк шау-гөр килде. Ялан кухняһын да тәмләнеләр.