Йыл һайын беҙ “Гномики” төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән Еңеүҙең бәйәһе тураһында иҫкә төшөрәбеҙ. Быйыл да хәтер кисәһе үткәрҙек. Балалар яу яландарынан ҡайтмаған ҡурҡыу белмәҫ ҡартатайҙарын, үҙенең ғүмере менән Тыуған илебеҙҙе һаҡлап ҡалған яугирҙарҙы, яҡташтарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алып, шиғырҙарын ятланылар. Улар менән беҙ ысын күңелдән ғорурланабыҙ.
Йәнә кескәйҙәр менән "На привале" тип аталған флешмоб әҙерләнек. Балаларға видеоға төшөү бик ныҡ оҡшаны. Тәрбиәләнеүселәрем әйтмешләй: “Нурзиә Миңлеғәле ҡыҙы, ҙур рәхмәт һеҙгә! Беҙ үҙебеҙҙе Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан батыр һалдаттар кеүек хис иттек, ул саҡтағы ауырлыҡтар күҙ алдыбыҙҙа сағылдылар”. Эйе, патриотик тәрбиә биреү төшенсәһе киң мәғәнәне аңлата, йәғни ул бала күңелендә Тыуған илдең тәбиғәтенә, тыуған йортона, халҡының тарихына, уның мәҙәниәтенә мөхәббәт уятыуҙан ғибәрәт.
Беҙҙең изге бурыс – Ватаныбыҙ һаҡсыларының ҡылған батырлығына лайыҡлы булыу. Фашизмды еңеү өсөн ғүмерҙәрен биргәндәргә мәңгелек дан! Ветерандарға түбәнселек менән баш эйәбеҙ! Донъялар имен, күгебеҙ тыныс булһын!
Нурзиә МӘХИЙӘНОВА, “Йондоҙло” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Баймаҡ ҡалаһы.