Әсәйем яҡлап ҡарт олатайымдың исеме – Ғариф. Был исем ғәрәп теленән «аҡыллы» тигәнде аңлата. Ғариф олатайым, IV синыф ҡына белеме булыуға ҡарамаҫтан, Ҡыҙыл Армия сафтарында хеҙмәт итә, аҙаҡ һуғышта үҙен оҫта, мәргән артеллирист итеп таныта. Бик күп орден–миҙалдар менән бүләкләнә.
Атайым яҡлап ҡарт олатайымдың исеме Мирфәйез уның исеме төрөксәнән «иғтибарға лайыҡ» тигән мәғәнә бирә. Ысынлап та, уның да исеме есеменә тап килеп тора.
Мирфәйез Шәрәфетдин улы Ишҡолов 1927 йылдың февраль айында донъяға килә. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килә. Тырышып уҡып Маҡар урта мәктәбен тамамлай. Атаһы ла, ағаһы Миғәҙәт тә фронтҡа китә. Ә Мирфәйез олатайымдан башҡа тағы дүрт балаһы була. Йәйен ул әсәһе Миңлеямал менән көтөү көтә, ә ҡышын мәктәпкә уҡырға йөрөй. Мирфәйез олатайымды 1944 йылдың 7 мартында фронтҡа оҙаталар. Тик Германияға түгел, ә Иранға. Был ил аша ебәрелгән ҡорал, аҙыҡ-түлек, танктарға хәүефһеҙ юл өсөн яуаплы була уларҙың ғәскәре. Тарихтан белеүебеҙсә, 1941 йылдың авгусында Тәһранда 3 ил ( СССР, АҠШ һәм Англия) етәкселәренең конференцияһы ойошторола. Ошо конференцияла Германияға ҡаршы көрәштең стратегик планы ҡорола. «...Около 24 процентов всего этого было доставлено через Иран. Скромный советский вклад в обеспечение этих поставок внес боец Красной Армии Мирфаяз Ишкулов», – тип яҙған олатайымдың һуғыш юлы тураһында билдәле журналист Фаяз Йомағужин «Неизвестная война» китабында. Артабан олатайым Грузияның баш ҡалаһы Тбилисиҙа хәрби академияла хеҙмәт итә. Унда ректорҙың яуаплы секретары хеҙмәтен башҡара. Академияның барлыҡ төп хәрби документтары уның аша үткән. Олатайым тураһында Һәҙиә Ишҡолованың «Хәтер» китаптарында ла иҫкә алына.
Мирфәйез олатайым бик грамоталы һәм ышаныслы шәхес булған. 1950 йылда хеҙмәтен тамамлап, Маҡарға ҡайта. Тәүҙә промтовар магазинында эшләй, шунан сельпоға рәйес итеп тәғәйенләнә. Артабан ауыл советына депутат итеп һайлана, ауыл советы рәйесе вазифаһын башҡара. Һуңынан уны ҡулланыусылар кооперативына директор итеп ҡуялар. Депутат булараҡ та күп эштәр башҡара, төрлө төҙөлөш эштәре алып бара ул.
Халыҡ дөрөҫ әйткән, исем кешене түгел, ә кеше исемде биҙәй. Олатайҙарымдың исемдәре беҙҙең күңелдәрҙә мәңгегә һаҡланасаҡ!
Илина ҒӘЛИЕВА,
VII синыф уҡыусыһы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 1-се гимназия.