-11 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Олатайым менән ғорурланам

Минең бәхетле бала сағым өсөн олатайым да көрәшкән!

Олатайым менән ғорурланам
Олатайым менән ғорурланам

 Нуритдин Әхмәтша улы Хәлисов Әбйәлил районының Ишбулды ауылында 1925 йылдың 16 февралендә тыуған.

 Олатайым тыуған ауылында VI синыфты тамамлай. 1943 йылда Бөйөк Ватан һуғышына китә. Ябай һалдат итеп Украина фронтына ебәрәләр. Ул бик ҡыйыу һәм батыр булған, шуға күрә лә разведчик итеп билдәләйҙәр. 1944 йылда ҡаты яралана, госпиталдә дауалана. Унан инде 234-се дивизия полкында уҡсы итеп тәғәйенләнә.

Ә Еңеүҙе олатайым Германияның Дрезден ҡалаһында ҡаршы алған. Һуғыштан ҡайтҡас, оҙаҡ йылдар почтальон булып эшләгән.

Олатайымдың наградалары бик күп. Шулар араһынан Дан, Бөйөк Ватан һуғышы ордендарын беҙ ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ.

1987 йылдың 17 сентябрендә «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән дә бүләкләнгән.

1994 йылда ул мәрхүм булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин олатайымды күрмәнем, әммә уның менән ғорурланам.

Азалиә КИНЙӘБУЛАТОВА,

V «В» синыфы уҡыусыһы.

Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас