

Атайым, әсәйем һәм мин Стәрлетамаҡ ҡалаһына “Еңеү паровозы”н ҡарарға барҙыҡ.
10 тематик вагон Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына арналған. Вагонға ингәс, башта тыныс тормош: һуғышҡа тиклемге йөҙҙәр, йылмайыуҙар, өмөттәр... һәм таныш булған бөтә нәмә ғаилә альбомындағы фотолар кеүек. Артабан бер-бер артлы вагондарға үтһәң, үҙеңде һуғыш барған ергә эләккән һымаҡ тоя башлайһың... Окоптар, санитар поездар... Һәр бер деталь ысын һымаҡ тойола. Хатта һалдаттарҙың йөҙө, кейем, көнкүреш әйберҙәре — барыһы ла ысынбарлыҡтағы кеүек.
Айырыуса һалдаттарҙың өйҙәренә ҡайтыу күренештәрен тулҡынланып ҡараным: арыған, әммә бәхетле йөҙҙәр, туғандарының ҡосаҡлашыуы, күҙҙәрендә йәш тамсылары...
Был уникаль тәгәрмәсле музейҙы булдырыусыларға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен әйтәм. Мин хәҙер Еңеүҙең ниндәй хаҡ менән яуланғанын күҙ алдына ап-асыҡ килтерҙем. Вагондан сыҡҡас, оҙаҡ ҡына уйланып торҙом...
Розалина НАГАЕВА, III синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.