+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре»

Һөйөнсө! «Йәншишмә» гәзите үҙенең уҡыу­сылары араһында матурлыҡ бәйгеһе иғлан итә. Унда I синыфтан алып XI синыфҡа тиклемге малайҙар һәм ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Тик беҙҙең бәйгенең шарттары быға тиклем уҙғарылған һылыу­ҡай­ҙар һәм батырлыҡ бәйгеләренән бер аҙ айырыла. Иң төп шарт: унда ҡатнашырға теләүселәр тыш­ҡы матурлығы менән генә түгел, ә яҡшы уҡыуы, өлгөлө, батыр, әүҙем, уңған, кешелекле булыуы менән дә баш­ҡаларҙан айырылып торорға тейеш.

Конкурсҡа халҡыбыҙҙың мәш­һүр «Урал батыр» эпосы геройҙарының исемдәрен юҡҡа ғына ҡушманыҡ. Бөгөнгө баш­ҡорт егеттәрен һәм ҡыҙҙарын ата-бабаларыбыҙ рухына тоғро итеп күргебеҙ килә. Улар­ҙың батыр ҙа, ҡыйыу ҙа, гүзәл дә, һылыу ҙа, из­ге күңелле лә булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ. Илем, телем, ерем, һыуым, тип халыҡ өсөн янып йәшәһен ине йәш быуын.
Был үҙенсәлекле конкурста ҡатнашыр өсөн гәзитебеҙҙең «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөндә ошо иғлан аҫтына комментарий рәүешендә үҙегеҙ тәҡдим иткән шәп ҡыҙ йәки егеттең матур итеп төшкән сифатлы фотоһын беркетеп, бәйгесе хаҡында яҙырға кәрәк. Уны ата-әсәһе йә берәй туғаны, уҡытыусыһы, дуҫтары, әхирәттәре йә булмаһа башҡа берәйһе яҙып ебәреүе шарт. Автор ҙа, бәйгесе лә «Йәншишмә»нең «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөндә теркәлгән булырға тейеш. Ай һайын тауыш биреү ярҙамында еңеүсе бул­ған бер егетте һәм бер ҡыҙҙы һайлап, гәзитебеҙ битендә баҫтырып барасаҡбыҙ.
Бәйге 1 февралдән башла­нып, йыл аҙағына тиклем дауам итәсәк. Тимәк, декабрь аҙаҡтарында беҙҙең еңеүсе 11 ҡыҙ һәм 11 егет билдәле буласаҡ. Улар араһында яңынан тауыш биреү ойоштороп, иң-иңдәрҙе асыҡлаясаҡбыҙ. Еңеүселәрҙе, әлбиттә, ре­дакцияның иҫтәлекле бүләктәре һәм Маҡтау ҡағыҙҙары көтә.

#МояХартия

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: